Һепертке, тырма, көрәк — иртәгә ҡулда кәрәк!

Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Һепертке, тырма, көрәк — иртәгә ҡулда кәрәк!

— Яҙ. Ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса һәм… мөхитте таҙартыу бурысы баҫа. Өмәләр тураһында һүҙ — иртәгә сираттағына сығырға әҙерләнәбеҙ.

Башта, ғәҙәттәгесә, инеш һүҙ әйтәйек.

Ҡарашты төпкә — әлеге эш шәмбеләренә (башҡортса шәмбеэш тип бер һүҙ итеп атайыҡмы — шулай итәйек һуң, әйҙәгеҙ), ташлаһаҡ, ул СССР дәүеренә төшә. Баһа үҙенә төрлөсә. Өлкән быуын ҙур байрам тип иҫләй. Бер өлөшө, бәлки, бушлай көсләп эшләтеү, тип танауын сиралыр. Нимәһе ғәжәп — икеһе лә дөрөҫ бит: совет хакимлығының тәүге йылдарында, революцион энтузиазм тыуҙырған ошо күренешкә халыҡ ысынлап та үҙ ирке менән ҡушыла бит. Артабан, әлеге эске ынтылыш һүрелә төшкәс, шәмбеэштәр, йәкшәмбеэштәр системала нығына, социалистик йәшәү рәүешенең үҙенсәлекле һыҙатына әүерелә.

Тәүге коммунистик өмә тип китаптарҙа 1919 йылдың 12 апрелендәге, Мәскәү-Ҡазан тимер юлының Мәскәү-Сортировкалау станцияһы депоһындағы, эштең аталғанын иҫләйбеҙ — шәмбегә ҡарай төндә (исеме шунан китә) ун биш кеше хеҙмәт көнөнән һуң цехҡа паровоз йүнәтергә яңынан килә. Ә 10 майҙа инде тимер юлда күмәк өмә ойошторола, был Лениндың «Бөйөк башланғыс» атамалы мәҡәләһенә нигеҙ була. Хәрәкәттең ныҡ иркен йәйелеүе 1920 йылдың ғинуарында тормошҡа аша — меңәрләгән эшсе фронтҡа ярҙам йөҙөнән бушлай эшләй. 1 майҙа Бөтә Рәсәй коммунистик шәмбеэше уҙғарыла. Совет дәүләте башлығы Владимир Ленин да ҡатнаша. Аҙаҡ был коммунистик пропагандала ғайәт ихлас файҙаланыла. Маяковский «Яҡшы!» тигән поэмаһында шундай шәмбеэштәр тураһында яҙа ла бит инде

«Шәмбеэш» төшөнсәһе Советтар Союзында ғына була һәм бөгөн ул тарҡалғандан һуң хасил ҡылынған дәүләттәрҙә генә билдәле, үҙең эшләгән йә йәшәгән ереңде яҙлы-көҙлө таҙартыуҙан ғибарәт.

Башҡортостанда бик әүҙем башҡарыла — әйтелгәнсә, иртәгә, 13 апрелдә, бөтә республика ҡайнап торор. Һәр хәлдә беҙ барығыҙҙы ла саҡырабыҙ — «Юлдаш» радиоһы тулыһынса сығырға йыйына. Майҙандарҙа күңелле йырҙар яңғырап торор. Йәмәғәт эше менән дә шөғөлләнеп алайыҡ шулай.

Ошо турала һөйләшер өсөн студияға Өфө ҡалаһы Ленин районы коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе Илдар Юланов менән Совет районы хакимиәте вәкиле Луиза Шәптиеваны саҡырҙыҡ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии