Урма, умыр!

Урма, умыр!

Асыҡ студия
Урма, умыр!
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Ни сәсһәң, шуны ғына урма. Урып ҡына ҡалма, умыр. Юғиһә түккән хеҙмәтеңдән матди һөҙөмтә генә түгел, күңел ҡәнәғәтлеге лә алыҫ торор үҙеңдән. Шулай тигәндә һис тә кинәйәләү юҡ, ә туп-тура мәғәнә бар — рәсми телдә яҙғы баҫыу эштәре тип аталған ҙур ғәмәлгә ҡарата әйтелде. Әйтелде, сөнки ауыл хужалығын ниндәйҙер боронғолоҡ, һуҡалыҡ, иҫәпһеҙлек тип күреү-баһалауҙан ситләшергә күптән ваҡыттыр ки — бында ла теүәллек, хатта ваҡсыллыҡ, нимәне күпме теләгәнеңде яҙҙарҙа ғынамы — әллә ни саҡлы ҡыштар, көҙҙәр алда белеп тороу, күреп тороу, тәмләп тороу мотлаҡ. Бына шунда инде барыбер ҙә түбәнерәк һаналған аграр ил йә төбәклек юғары тонда белдерелә башлар, бына шунда инде нәфис әҙәбиәттәге Ер-әсә образы аныҡ һынланыш алыр — алыр ҙа уғата йомартлыҡ менән яуап бирер. Кешеләр араһында ла бит яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ бар, арыу мөнәсәбәт күпселектә ауырлыҡ менән түгел, әлеге арыулыҡ менән әйләнеп ҡайта.

Ғәҙәттәгесә, инеш һүҙ хәбәр ҡылынды, артабан төп мәсьәләгә күсәйек. Беҙҙә бөгөн ҡунаҡта — Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы етәксеһе, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәйев.

Фото №1 - Урма, умыр!
Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии