Милли генә түгел, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади...

Милли генә түгел, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади...

Асыҡ студия
Милли генә түгел, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади...
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Билдәле, ләкин ҡабатлап белдерәбеҙ: быйыл июнь аҙағында мәртәбәле ижтимағи-сәйәси сара — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Февралдә әле республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың фарманы донъя күргәйне. Сираттағы йыйын был, иҫәп буйынса алғанда — бишенсе. Яңы тарихтағы тәүгеһенең 1995 йыл, 1 июндә асылғанын, милли үҙаңдың уяныуына, киләсәккә оло өмөттәр бағлауға сәбәпсе, таяныс, нигеҙ булғанын үҙебеҙ ҙә яҡшы хәтерләйбеҙ.

Бындай йыйындарға бик етди ҡарау дөрөҫ, тигән уй ныҡ. Сөнки милли сәйәсәт менән ижтимағи-сәйәсилек араһы ифрат яҡын, ә уның инде иҡтисадҡа йоғонтоһо көслө. Бөгөн, мәҫәлән, республика иҡтисадын ҡеүәтле күтәреү юлы итеп инвестициялар йәлеп итеү ҡаралғанда, аҡса һалған эшҡыуарҙың, айырыуса сит ил вәкиленең, шул иҫәптән (тәү нәүбәттә булырға ла мөмкин) милләттәр үҫешенә, милләт-ара, тимәк, дин-ара ла татыулыҡҡа ла иғтибар ҡылыуы ихтимал. Сөнки мәсьәләләрҙе ваҡ тимәй, мөһим түгел тимәй, ваҡытында хәл ҡыла барырға кәрәк — артыҡ өйөлөп китһәләр, ҡатмарлыға әүерелеүсән эш. Сөнки беҙ төҙөгән, һәр хәлдә ынтылған камил граждандар йәмғиәте йүнәлешендә лә һәйбәт аҙым был — район-ҡалаларҙа ҡоролтайҙар уҙа, ҡарарҙар сығарыла, йәғни, дәүләткә ҡарап ҡына ятылмай. Ә халыҡтың үҙенән сыҡҡан ҡарарҙарҙың үтәлеү ихтималлығы ла юғары.

Бишенсе ҡоролтайға әҙерлекте үҙәккә ҡуйыр өсөн астыҡ та бөгөн студияны. Беҙҙә ҡунаҡта — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин һәм уның урынбаҫары Азамат Сирбаев.

Фото №1 - Милли генә түгел, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади...
Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
Уфимская волна