Төбәктең милли-мәҙәни үҙенсәлектәре аша - иҡтисади үҫешкә

Республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты белгестәре Туймазыла Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары конференцияһында ҡатнашып ҡайтты. “Көнбайыш Башҡортостандың милли-мәҙәни һәм тарихи мираҫы” тип аталды ул. Һорау тыуа – социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн анализ-тикшереүҙәр алып барған үҙәктең милли сараларҙы ойоштороп, ҡатнашып йөрөүе. Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында саҡырылған ҡунаҡтар менән танышайыҡ. Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни һәм антропология үҙәге етәксеһе, тарихсы Юлдаш Йосопов, институттың матбуғат үҙәге етәксеһе Ғәзиз Йосопов һәм Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ҡоролтайы лидеры, Гәрәй ырыуы ҡорбашы Радик Бәхтиевты “Асыҡ студия”ла сәләмләйбеҙ.

Фото №1 - Төбәктең милли-мәҙәни үҙенсәлектәре аша - иҡтисади үҫешкә
Асыҡ студия
Төбәктең милли-мәҙәни үҙенсәлектәре аша - иҡтисади үҫешкә
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам саралары. 1-се өлөш.
Асыҡ студия
Ветеринария. Ҡош киҙеүе. Прививкалар. 2-се өлөш.
Асыҡ студия
Волна
Пенальти