Әйтһен дә әйтһен

Әйтһен дә әйтһен

Асыҡ студия
Әйтһен дә әйтһен
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Үҙебеҙ хаҡында булыр

Беҙҙең бөгөн һүҙебеҙ.

Һөнәребеҙ тураһында булыр. Уны ҙурларбыҙ. Сөнки Радио көнөндәбеҙ. Яҡшы белһәк тә ҡабатлайыҡ: 1895 йылдың шул көнөндә физик Попов Санкт-Петербургта, бик абруйлы ғалимдар алдында үҙенең эштәре буйынса сығыш яһай, донъялағы тәүге радиоалғысты, элемтә сеансын күрһәтә.

1945 йылдың 7 майында, иғтибар ителһен — Бөйөк Еңеү яҙы күкрәгәндә, ниндәй ҙә тарихи мәлдә, тотош донъяның ҡоролошо үҙгәртелгәндә, Советтар Союзында радио уйлап табыуҙың 50 йыллығы киң байрам ителә. Ил хөкүмәте уны йылда үткәрергә тигән ҡарар сығара.

Сағыштырмаса яңыраҡ ҡына Попов менән Маркони электр-магнит тирбәлеүҙәрен кеше телмәренә әүерелдерергә тырыша, ярты быуат самаһы ғына әүәле ҡолаҡсынлы детектор радиоалғыстары шаҡ ҡатырғыс мөғжизә тип күрелә. Ә бөгөн һуң? Бөгөн радио,телевидение, мобиль элемтә тормошобоҙҙа шул тиклем ғәҙәтигә әйләнде, хатта быларһыҙ, әйҙәгеҙ, дөрөҫөн әйтәйек, тыныслыҡтары боҙолғандар ҙа бар.

Байрам һүҙе лә булыр, журналист күҙе лә. Радиожурналистика буйынса ла фекерҙәр әйтелер, сөнки беҙ, хәбәрселәр, был көндө ныҡ юғары баһалайбыҙ, ошо һөнәргә, тыйнаҡ әйткәндә, әҙ генә булһа ла ҡағылышыбыҙ булған өсөн дә яҙмышыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ.

Нисек булған һуң радио, нисек бар һәм булырға тейеш? Дөйөм алғанда, ошо һорауға — берәү эсендәге өсәүгә яуап бирергә тип астыҡ бөгөн студияны. Минеңсә, бер яуапты әле үк ышаныслы белдерергә мөмкин: тәү урында — халыҡ өсөн кәрәклелеге.

Радионың ифрат демократик, ялҡтырғыһыҙ киң мәғлүмәт сараһы икәнен дә, артыҡ тыйнаҡлыҡ күрһәтмәй, әйтәйек. Рәсми телдә фон ҡулланылышлы тип билдәләнелә, әлбиттә, йәғни башҡа эш менән шөғөлләнгәндә лә тыңларға мөмкин, һәм ундай башҡа саралар юҡ — мәҫәлән, автомобиль йөрөткәндә гәзит уҡыу, бәлки, мөмкиндер ҙә, әммә һис ярамай, ләкин ул барыбер ҙә төп булып ҡала, көс булып ҡала.

Студияла «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрованы һәм беҙҙең күршеләр — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының, йәғни федераль медиахолдингтың республикалағы филиалы радио хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндиәровты сәләмләйбеҙ.

Фото №1 - Әйтһен дә әйтһен
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ