Ауырлыҡ менән ауыллыҡ араһы алыҫайһын

Ауырлыҡ менән ауыллыҡ араһы алыҫайһын

Асыҡ студия
Ауырлыҡ менән ауыллыҡ араһы алыҫайһын
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Ауыл хужалығы — ауыр хужалыҡмы? Ул яғы ла юҡ түгел: мәҫәлән, ана, күпме ужымдың һәләк булғаны арҡаһында 42 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелгәнен, 6 миллиард һумлыҡ зыян килгәнен иҫәпкә алғанда ғына ла еңеллек тураһында һис әйтә алмайбыҙ — түгелгән көс әрәм китте. Нисек еңеләйтергә? Сығымдарҙы ҡаплауҙы республика ауыл хужалығы министрлығы үҙ өҫтөнә ала — әле документтар ҡабул ителә.

Яҙҙың быйыл ике аҙна тирәһенә иртәрәк башланғаны еңеллек килтерҙеме? Республика йортонда үткән бөгөнгө дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерелгәнсә, сәсеүҙе ул йәһәт — көнөнә 90-шар мең гектарҙа башҡарыу мөмкинлеген бирә, һөҙөмтәлә иртә ярауай культуралар менән эш 25 майҙа, көньяҡта, далалы төбәктәрҙә 20-һендә үк тамамланыр тип фаразлана. Шуның менән бергә көндәрҙең самаһыҙ эҫелеге хафаға һала, оҙаҡламай булыры көтөлгән ямғырҙарға өмөт ителә, сөнки сәскәндә урыу ҙа уйлана — уңыш муллығы йә наҡыҫлығы әлеге еңеллек менән ауырлыҡты хасил ҡылдыра ла бит.

Дәүләттең сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡанда ғына түгел, ауыл хужалығына ғөмүмән дә ярҙам ҡулы һуҙғанын да — хәлде еңеләйтеү, һәр хәлдә шуға тырышыу тип аңлау кәрәк. Шулай тигәндә, мәҫәлән, ошо көндәрҙә иғлан ҡылынған конкурс күҙҙә тотола — унда һайлап алынған ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарына, яңы эш башлаған фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаларына гранттар бирелә.

Ә кооперация һуң? Ул еңеллеккә алып барамы? Нимә ул — ярлылыҡтың ҡыҙымы, байлыҡтың әсәһеме?

Ошолар һәм башҡалар тураһында артабан Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Саҡаев менән һөйләшәбеҙ.

Фото №1 - Ауырлыҡ менән ауыллыҡ араһы алыҫайһын
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ