Көнсөл булма, йүнсел бул!

Көнсөл булма, йүнсел бул!

Фото №1 - Көнсөл булма, йүнсел бул!

Рәсүл Сәғитов:

— Эшҡыуарлыҡ нимә ул? Табыш алыумы? Эйе, тәү нәүбәттә матди яҡ ята алда. Бөтәһе лә уңай барып, килем һаман артҡанда офоҡтар киңәйә, ары инде рухи мәсьәләләр ҙә баҙыҡлана, сөнки ос осҡа бушаҡ ялғанғанда улар, нимә генә тиелмәһен, күләгәлә етемһерәүсән. Халҡы кесе һәм урта йүнселлек менән ни тиклем күберәк шөғөлләнә, дәүләт, йәмғиәт шул хәтлем алдынғыраҡ, тип раҫлау бар һәм бының менән килешмәй ҙә булмай, сөнки үтенеү, һорау, таптырыуҙан бигерәк үҙ йүнеңде үҙең күреү хөкөм һөрә унда.

Беҙҙә лә дәүләт ошоно маҡсат итеп алған, шарттарын булдырырға тырыша, әммә өлкәне күпләп биләү тураһында әйтергә иртә әле. Сәбәптәре күп, шул иҫәптән — бындай эшмәкәрлек илебеҙҙә ҡаты тыйылған егерменсе быуаттан әллә ни алыҫлашмауыбыҙ ҙа. Ғөмүмән, йүнселсә фекер йөрөтөү һеңһен ине ҡаныбыҙға.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының яңы командаһы ниәт ҡылған, ойошторған ҙур эш — 14 июндә көтөлгән эшҡыуарлыҡ форумының ошо йәһәттән файҙаһы тейһенсе — ябай йыйылып алыу ғына булмаһын, аныҡ бурыстар, хатта һәр хәреф-һанғаса эштәр билдәләнһен.

Сараға әҙерлекте үҙәккә ҡуйыр өсөн астыҡ та бөгөн студияны. Беҙҙә ҡунаҡта — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев һәм форумдың ойоштороу комитеты вәкиле, эшҡыуар Заһир Ҡотлосурин.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии