Һынау һәм һанау башы
Рәсүл Сәғитов:
— Ифрат мөһим тип шикһеҙ аталырлыҡ көн, тотош илдә шулай булған 24 май, кискә ауыша. Тулҡынландырғыс , хафалы, шуның менән бергә байрам да сифатында баһаланылырлыҡ осорҙоң, хатта, әйҙәгеҙ, ҙурлап әйтәйек — дәүерҙең башы был. Байрам, сөнки дәүләттең, йәмғиәттең, ата-әсәләрҙең, балаларҙың үҙҙәренең дә, әлбиттә, нисәмә йыл тырышыуы емештәрен бирә. Емештәр бешеүе төрлөсә була, ләкин сейе барыбер ҙә әҙерәк, шуға ыңғай рухта белдерәйек быны.
Имтихандар тураһында һүҙ. Ә бөгөн тигәндә төп дәүләт имтиханы күҙҙә тотола, берҙәм тип исемләнгәненең 27 майҙа башланыры мәғлүм. Башҡортостанда быйыл туғыҙынсы класты бөтөргән 43 меңдән ашыу, ун берҙе тамамлаған 20 меңгә яҡын уҡыусы һынау тота, тип белдерелгәйне алдан.
Имтихан барҙа уны нисектер еңелерәк үтеү теләге лә бөтөнләйгә бөтөп китмәҫтер, моғайын, шуға күрә Рәсәй төбәктәренә был яҡлап ышаныстың бер нисә кимәле лә ҡулланыла. Ошоғаса республика уның һары төҫтәгеһе менән билдәләнә килде, ә быйыл йәшелгә күсеү бурысы ҡуйылған. Бының өсөн шул иҫәптән йәмәғәт күҙәтеүселәре, ситуация үҙәктәре һанын арттырыу ниәте лә бар.
Студия бөгөн ошо өлкә өсөн асылды ла — унда Өфө ҡалаһы Дим районы мәғариф бүлеге етәксеһе Ирек Усмановты һәм Киров районы хакимиәте ғилми-мәғлүмәти-методик үҙәге белгесе Фирҙәүесә Ғәзизованы сәләмләйбеҙ.