Йәмғиәттән азат булма
Йәмғиәттән азат булма
Рәсүл Сәғитов:
— Өфөлә республика Граждандар форумы үтте. Нимә ул һәм ниңә кәрәк? Бында, беренсенән, «граждан» һүҙе үҙәктә. Рәсми ошолай аңлатыла — ниндәйҙер дәүләттең даими халҡына ҡараған, уның һаҡлауында торған һәм сәйәси, башҡа хоҡуҡ-бурыслы кеше. Йәғни, һаҡлаулы, хоҡуҡлы вә бурыслы. Һәм дәүләт тигәндә эргәлә граждандар йәмғиәте төшөнсәһе лә йөрөй, сөнки беҙ, билдәле бер мәмләкәттә йәшәгәндәр, һис ниндәй ғаризаһыҙ-ниһеҙ ҙә ана шул йәмғиәттә ағзабыҙ. Һәм был бик кәрәк — ағзалыҡ әлеге хоҡуҡтарҙы ла бирә. Ил граждандары ни тиклем ойошҡаныраҡ, шул тиклем көслөрәк — быны өҫтәмә иҫбатлау ихтыяжы юҡ.
Ә форум Боронғо Римда ижтимағи тормош уртаһынан ғибарәт майҙан булған. Бөгөн юғары мөһимлектәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ысул-урыны мәғәнәһендә йөрөй.
Көслө граждандар йәмғиәте булмай көслө дәүләт тә була алмай — быны тулы танырға тейешбеҙ, һәм яңы үрҙәргә ынтылыу маҡсат. Кисәге форумда Башҡортостан башлығы ҡарамағында яңы орган — граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет ойоштороу ҡарары ҡабул ителеүҙе был яҡлап тулы аныҡлыҡ бар, тип нарыҡлау дөрөҫ булыр.
Ошолар һәм башҡалар тураһында артабан Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, агросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов менән һөйләшәбеҙ.