Оло Тәләк. Һаман яна йөрәк. 30 йылдан һуң...

Оло Тәләк фажиғәһенә 30 йыл. 1989 йылдың 3-сө июненән 4-енә ҡарай төндә булған ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Новосибирск-Адлер һәм Адлер-Новосибирск йүнәлешендәге ике пассажирҙар поезы Иглин районы биләмәһендә, Оло Тәләк янында осрашҡанда газ шартлап, янғын сыға, ҙур ҡазаға әүерелә. Себер-Урал-Волга буйы торбаһында ни сәбәпле шартлау булған, тап ошо ваҡытта һәм ошо урында ике пассажирҙар поезы осрашыуы - бәхетһеҙ осраҡмы? Рәсәй һәм Советтар союзы тарихында иң ҡурыныс техноген характерҙағы һәләкәт була ул. Ҡорбандар һаны, рәсми мәғлүмәттәр буйынса – 575, ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә – 645. 1 мең градуслыҡ эҫелә күптәре шунда уҡ көлгә әйләнә. Ике поезда йәмғеһе 38 вагон, 1 мең 300-гә яҡын пассажир, машинист, башҡа хеҙмәткәрҙәр, вагондарҙы оҙатыусылар. 7 вагон тулыһынса, 26-һы эстән яна, 11 вагон шартлау көсө менән юлдан ситкә сығып оса. Ошоларҙы ғына әйтеп үткәндә лә, һәләкәттең ни тиклем ҡурҡыныс булыуы күҙ алдына баҫа. Был йылдарҙа Тиҙ ярҙам кафедраһы мөдире булған, хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университетының Ашығыс ярҙам һәм медицина катастрофаһы кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Һәүбән Ҡунафин, утты тәүгеләрҙән булып күргән һәм уны һүндереүҙә ҡатнашҡан Фәиз Шәймәрҙәнов, ул йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” газетаһында эшләгән, ветеран- журналист Иғтислам Мырҙабаев менән - ошолар тураһында.

Фото №1 - Оло Тәләк. Һаман яна йөрәк. 30 йылдан һуң...
Фото №2 - Оло Тәләк. Һаман яна йөрәк. 30 йылдан һуң...
Фото №3 - Оло Тәләк. Һаман яна йөрәк. 30 йылдан һуң...
Асыҡ студия
Оло Тәләк. Һаман яна йөрәк. 30 йылдан һуң...
Асыҡ студия
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Пенальти