Урал-Алтай рухиәт айҡай
Рәсүл Сәғитов:
— Халҡыңды уйлауың хаҡ булғандай, данлы ул-ҡыҙҙарын күтәргән ил үҙе лә үлемһеҙ. Бөгөн Өфөлә башланған ҙур сара — төркиәт конференцияһына ҡарата ла әйтеп була, әлбиттә, быны — Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала ул. Атамаһы майҙан яғынан да, тарихи арауыҡ йәһәтенән дә иркен алынған — «Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә». Олонан ҡупмай ҙа булмай — төбәктә ғүмер кисергән нисәмә милләттең ғайәт бай рухи мәҙәниәте артабан өйрәнеүҙе, һөҙөмтә менән уртаҡлашыуҙы талап итә.
Ошолар һәм башҡалар тураһында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов һәм Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев менән һөйләшәбеҙ.