Эҙемтәле элемтә

Эҙемтәле элемтә

Фото №1 - Эҙемтәле элемтә

Рәсүл Сәғитов:

— Бөгөн Рәсәйҙә — ҙур ижтимағи-сәйәси көн һәм һүҙ бында президент Путин менән барған, ошо минуттарҙа ла дауам иткән «тура элемтә» тураһында бара. Телевидение, радио каналдары, Интернет аша тапшырылды ул, күп кеше һорау менән мөрәжәғәт итә алды.

Ҙур булһа ла, иғтибарҙы ғайәт мул йәлеп итһә лә, ғәҙәти, йыл да ҡабатлана килгән сара. Путин ҡатнашлығында — 2001 йылдан башлап, быйыл ун етенсе тапҡыр уҙғарылды. Былтыр 7 июндә үткәрелгәнен иҫләйбеҙ. Башта ҡыш ойошторолдо, артабан йылыраҡ миҙгелгә күсерелде, сөнки һорауҙарҙың урам-майҙандарҙан да бирелеүе мөһим.

Бындай аралашыуҙар ниңә кәрәк? Ҙурҙан алғанда — халыҡ менән дәүләт хакимлығы араһында күпер өҙөлмәһен, киреһенсә нығынһын өсөн: ике яҡ та хәл һәм ниәттәрҙе белеп торорға тейеш. Күпер тураһында тура мәғәнәлә лә әйтеп була: ҡайҙалыр шуны, ниһайәт, һалырғамы, йүнәтергәме мотлаҡ ил башлығы һүҙе кәрәксән. Ошо яҡлап ҡарағанда тура элемтә кәңәшмә төҫөн ала һәм һөҙөмтәһе күпкә үтемлерәк: беҙҙең илдә кеше алдында әйтелгән һүҙҙең көсө ҙур — мәсьәләнең эфирҙа яңғырағандан һуң бер сәғәт үтеүгә үк хәл ҡылына башлағаны осраҡтары ла бар. Һорауҙарҙың күпселеге үтенес-ялыуҙарҙан ғибарәт тә: президент менән биш минут аралашыу байтаҡ йылдар ыҙаларын шундуҡ юҡҡа сығарыусан.

Артабан — социолог Илгиз Солтанморатов һәм сәйәсәт белгесе Әхтәр Боҫҡонов менән әңгәмә.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти