Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтте. Ул Бөтә Рәсәй статусына эйә, 1 мең 300-ләп кеше - бизнес вәкилдәре, чиновниктар, башҡалар йыйылды форумға. 11 дәүләт вәкилдәре ҡатнашты. Австрия, Әрмәнстан, Болгария, Беларусь, Иордания, Ҡаҙағстан, Сербия, Төркиә белгестәре, хорваттар һәм француздар ҙа Сибай инвестиция һабантуйына ҡыҙыҡһыныу белдереп, алыҫ, төпкөл булһа ла, килеп етте. Сибай форумының төп үҙенсәлеге - беҙ бындай кимәлдәге сараларҙың ҙур ҡалаларҙа үтеүенә күнеккәнбеҙ. 62 мең кеше йәшәгән Сибай иһә ошо тенденцияны инҡар итте. Баҡтиһәң, теләк булғанда, ваҡ ҡалаларҙа ла уҙғарырға мөмкин икән. Һәм ошоға бәйле, ваҡ ҡалаларҙың проблемалары федераль кимәлдә тикшерелә, хәл итеү юлдары аныҡлана. Һабантуй ысынлап та эшлекле шарттарҙа үтте. 9 секция, тиҫтәнән ашыу эшлекле сара, инвестиция советы ултырышы ошолар тураһында һөйләй. Төп маҡсат, аңлашыла – халыҡтың йәшәү шарттарын аҙға ғына булһа ла еңеләйтеү. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пленар ултырышта ла шулай тине.
Дөйөм алғанда, форум һөҙөмтәләре буйынса, инвестиция килешеүҙәре, ниәттәр тураһында килешеүҙәрҙең суммаһы 70 миллард һумға яҡын. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 1 мең 330 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.