Яҡшы юл — яҡты ла юл

Яҡшы юл — яҡты ла юл ул

Фото №1 - Яҡшы юл — яҡты ла юл

Рәсүл Сәғитов:

— Автомобиль йөрөтөүсенән аҡса һығыу әмәлен генә ҡарамаҫҡа, уны тәртипкә күндерергә. Дәүләт Советының, рәсми әйткәндә, юл селтәрен үҫтереү һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса кисә Кремлдә үткән нәүбәттәге ултырышы тураһындағы хәбәрҙәр башына иң тәүҙә ошо сыҡты. Сөнки нисә-нисәмә йыл телдәге теләк, талап, тәнҡит был — йәшерен урынлаштырылған күсмә фотовидеокамераларға, хужаларына, ялланып эшләүселәргә мөнәсәбәт, тураһын әйтәйек, һис ыңғай булманы. Артабан нисек китер, ә Путин уларҙың кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшеү сараһы ғына икәнен белдерҙе.

Төбәктәр юл яҡшыртыу буйынса 2024 йылғаса арауыҡҡа программа ҡабул ҡылырға тейеш. Юғиһә юғары сифатлы юлдар Рәсәйҙә элеккесә әҙ, яҡшы категорияға ҡарағандары һуңғы дүрт йылда 2 мең ярым саҡрым тирәһенә артҡан, әммә был башлыса федераль трассалар иҫәбенә башҡарылған.

Яҡшы ғына түгел, яҡты ла булһын юл. Ә ысынында агломерациялар аръяғында, президент баһалағанса, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғылыҡ, ғиллә — электр энергияһы ҡиммәтлегендә. Тарифтарҙы тиҙ арала яңынан ҡарарға ҡушылды.

Рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙың, аҡса артынан ҡыуып, ғәзиз ғүмерҙәрҙе хәүефкә ҡуйыуы, бының ҡорбандарға ла килтерә тороуы ла, йәмғиәттә ҡырҡа кире нарыҡланыуға ҡарамаҫтан — тотороҡло күренеш, һәм дәүләт бында ла тәртипкә күндереү өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Ҡағиҙә көсәйтеү барыбер ҙә ыңғай һөҙөмтә биргәнен дә таныйыҡ, баҫымдың киләсәктә лә ошоға яһалыры көтөлә — юл үлемдәрен 2030 йылға нолгә төшөрөү маҡсатында норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнәсәк.

Студияла юл хәрәкәтен ойоштороу республика үҙәге белгесе Салауат Хилалов менән автоэксперт Хәлим Әйүповты сәләмләйбеҙ.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти