Конкурс һәм көнкүреш

Конкурс һәм көнкүреш

Асыҡ студия
Конкурс һәм көнкүреш
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Конкурстар күп үткәрелә бөгөн. Быны хупларға кәрәк, тигән уй ныҡ, сөнки тормоштоң төрлө, бәлки, ошоғаса ойоу хәлендә лә булған, яҡтары ҡуҙғытылып, офоҡтары киңәйтеп ебәрелә, ә был инде дөйөм граждандар йәмғиәтен дә ҡайҙа уята, ҡайҙа йыуата, ә бөгөн уртаға һалыныр «Айыҡ ауыл» күҙҙә тотолғанда — кешене хатта ҡотҡарыуы ла ихтимал. Һүҙе латиндағы «конкурсус»тан алынған икән — сәнғәт, фән һәм башҡа өлкәләрҙә иң күренеклене билдәләү өсөн ярыш. Бында ғәҙеллектең ни тиклем мөһимлеген айырым әйтеп тормайыҡ, ә бына, шул иҫәптән «ярыш» тиелгәнгә күрә лә, даимилыҡта ҡалыу — яуланған үрҙән исмаһам да төшмәү хәжәтлегенә, тағы ла шәберәге — еңеүҙең, спорттағы һымаҡ, иҫбатланып торорға тейешлегенә диҡҡәт ҡылайыҡ. Күмәкләп иҫбатланырға, тип тә өҫтәйек — командалар бәйгеһе бит — төшөнсәнең килеп сығышында «бергәләп йүгереү» мәғәнәһе ята.

Шуның менән бергә һәр кем шәхси беренселекте лә уйлаһын, әлбиттә, кәмендә ҡатнашһын, ситтән эске көлөмһөрәү менән күҙәтелмәһен, ә инде эскелеккә ҡаршы көрәште табыш юғалтыу тип күреп, теш шығырҙатыу бөтөнләй урынһыҙ, тип раҫлайыҡ — эшҡыуарлыҡ, ниндәй генә кимәлдә һәм күләмдә булмаһын, йәшерен ҡылынмаһын, әхлаҡҡа зыян килтерелмәһен. Хоҡуҡтар ҡыҫыламы? Эйе — һатып алыусыныҡы ла, законлы башҡарылған хәлдә — һатыусыныҡы ла, ләкин бында бурыс, намыҫ тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, хоҡуҡтан өҫкә менә. Быларҙы ла тел ҡылмай булмай, сөнки мәсьәлә тәңгәлендә хуплау менән бергә ризаһыҙлыҡ та юҡ түгел.

Конкурстың әле, 15 авгусҡаса, райондар өлөшө дауам итә. Дәғүәселәр 30 ноябргә тиклем төрлө саралар уҙғара, аңлатыу эше алып бара. Республика этабы — 1 сентябрҙән. Еңгәндәргә — Хөкүмәт дипломдары һәм аҡса: мәҫәлән, беренсе урынға — ярты миллион һум. Һәм башҡалар — шарттар буйынса мәғлүмәтте табыуы ауыр түгел. Эш бында аҡса ла түгел дә, аҡсала ла — берҙән, башта уҡ ишараланғанса, ярышта еңеү, аҡса өсөн генә ҡатнашылмаһын, икенсенән, матди яғы ла кәрәк — ул уңышты артабан нығытырға тотонола ала һәм тейеш тә, йәғни конкурс менән көнкүреште тамырҙаш төшөнсәләр, ти алабыҙ.

Конкурсҡа ла, ғөмүмән өлкәгә лә, афәткә лә артабан күмәгерәк күҙҙән бағабыҙ, әңгәмәселәребеҙ — медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов һәм журналист Морат Лоҡман.

Фото №1 - Конкурс һәм көнкүреш
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
БАШКОРТТАР-БСТ