Уҡыу — киләсәгеңде туҡыу
Рәсүл Сәғитов:
— Юғары белем тормош юғарылығын ни дәрәжәлә бирә? Эфирҙы ошо һорауҙан башлайбыҙ, сөнки ҡуйылырға хоҡуҡлы. «Тормош» тип тә юҡҡа ғына әйтелмәне, «көнкүреш» мәғәнәһенә яҡынлатылды, йәғни хәлле донъя көтөү өсөн матди яҡ тотолдо күҙҙә тәү нәүбәттә, юғиһә тәрән ғилемдең ошоғаса бер кемгә лә зыян иткәне юҡтыр.
Ғөмүмән, кеше ни маҡсатта уҡый? Өйрәнгәнен файҙаланып, лайыҡлы эш хаҡы алырғалыр. Ә был яҡлап һуңғы ваҡытта сылбыр тоташмай ҙа ҡуя — эшһеҙлек өҙә. Ҡайҙа, ҡайһы өлкә-йүнәлештәрҙә ихтыяж бар, күберәк һуң? Белгестәр етешмәгән урындарҙа, әлбиттә, һәм был — илдә бәғзе яҡлап урта махсус белемдең әҙ, юғарыһының артыҡ күп алыныуынан.
Хәл бөгөн тәүгеһе файҙаһына ауыша, тип тә белдерелә, дәлил — Рәсәй хөкүмәте рәйесенең ошо көндәрҙә генә, үҙенең һүҙҙәре менән белдергәндә, «яңы тренд» барлыҡҡа килгәнен хәбәр итеүе — Мәскәү өлкәһендә колледждарға барыу артҡан. Ләкин быны юғары белем дипломы бәҫен яһалма төшөрөү тип аңларға кәрәкмәй — кем нимәгә нығыраҡ һәләтле һәм күңеле ята бит. Ана шул һәләт менән күңел ятыу баҙар теләгәнгә тура килһә айырыуса һәйбәтлеген өҫтәп тормайыҡ. Һығымта шул: ҡағыҙ өсөн генә түгел, мәнфәғәт хәстәрләнеп уҡылһын. Шулай тигәндә, юғары һүҙ тип ҡабул ҡылынмаһын, илгә, йәмғиәткә файҙаны ла төшөнөү дөрөҫ — ул үҙеңә лә ҡаҡлыға.
Был турала һүҙ осоро шул булғанға ҡалҡты — ошо аҙнала уҡыу йорттарында икенсе тулҡын тип аталған эш осланды— ҡабул итеү тамам. Студияла Башҡорт дәүләт университеты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Ринат Төлкөбаев һәм ошо уҡыу йортоноң Физик-техник институты директоры Роберт Яҡшыбаевты сәләмләйбеҙ.