Һөтө барҙың ҡото бар

Һөтө барҙың ҡото бар

Асыҡ студия
Һөтө барҙың ҡото бар
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялаймы? Һәр хәлдә малсылыҡ менән борондан булышҡан халҡыбыҙҙа аҡты хаҡҡа сығарыу әлегесә мәҡәлдә генә түгел, ҡанда ла булған. Әле нисек һуң? Шәхси ихатала мал аҫырау ныҡ кәмене, быны танымау мөмкин түгел. Аңлай алырлыҡ нигеҙҙәре лә күп — мәҫәлән, һатыуҙағы тауарҙың күпкә осһоҙлоғо, шулай ҙа ҡайҙандыр килтерелгән, нимәлер ашатып һауылған, нимәлер ҡушып һаҡланыу мөҙҙәте оҙайтылған янында тәбиғиҙең шәплеге бәхәсһеҙ.

Ғөмүмән, Башҡортостанды ошо яҡлап та иң алдынғыға сығарыу өсөн шарттар барлығы күмәк тауыштан белдерелә, һәм бында малсылыҡты, бәлки, кемдер уйлағанса, иҫкелек рәүешендә ҡарамау, ә, киреһенсә, замансалыҡ тип баһалау дөрөҫ.

Ошоға сағыу миҫал — республикала йыл һайын «Һөт иле» байрамы үткәрелгәне, быйылғыһы алдағы шәмбегә тәғәйенләнгән. Байрам икән — ҡунаҡтар, әлбиттә, бүләктәр, ә һөттөң үҙен 12 тонна алып килергә йыйыныла.

Студия ҡунаҡтары — профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәрйәм Маликова һәм республика ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәре Гөлсинә Әхмәтйәнова.

Фото №1 - Һөтө барҙың ҡото бар
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти