Илен уйлаған — һайлауҙан ҡалмаған

Илен уйлаған — һайлауҙан ҡалмаған

Асыҡ студия
Илен уйлаған — һайлауҙан ҡалмаған
Асыҡ студия

Рәсүл Сәғитов:

— Һайлау тураһында һөйләрбеҙ бөгөн — 8 сентябрь яҡын бит, ә яҡынлыҡ асыҡлыҡ, аныҡлыҡты ла талап итә. Киң мәғлүмәт сараһының аңлатыу эше алып барыу, һорауҙарға яуап биреү бурысы ла бар. Ғөмүмән, ул фекер белдереү майҙаны булһа һәйбәт, сөнки кампания тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле. Тауыш биреү участкаһы үҙе лә шундай урын, әлбиттә, ҡарар, ихтыяр урыны, әммә был инде — яңғыҙың, йәшерен башҡарылған ғәмәл.

Асыҡлыҡ индереү менән дәүләт даими шөғөлләнә, бер ысулы булып Үҙәк һайлау комиссияһының иртәгә үткәреләсәк тура элемтәһе лә тора. Радио һәм телевидение аша барған дебаттарҙы ла ниндәйҙер дәрәжәлә ошоға тиңләй алабыҙ, бында инде кандидаттарҙың йә вәкилдәренең бер-береһенә ҡаршы һөйләүе түгел, үҙҙәренең ниәттәрен еткереүе мөһим.

Ә төп маҡсат — һайлаусыны тауыш биреүгә йәлеп итеү, әлбиттә — ҡатнашыу ни тиклем юғарыраҡ, дөрөҫлөк тә шул хәтлем ҙурыраҡ. Ылыҡтырыу буйынса яңынан-яңы проекттар уйлана, ҡулланыла тора ла. Һуңғы арала киң мәғлүмәт сараларында, мәҫәлән, табипҡа күренеү, төрлө хеҙмәттәргә ташламалар алыу мөмкинлеге тураһында хәбәр ҡылына. Һәм быны хуплау хаҡ, йәғни, бәғзе дәүләттәрҙәге ише яза менән түгел, яҡшылыҡ менән атҡарыла. Ә төптән уйлағанда бынһыҙ ҙа үтәлергә тейеш эш, әлбиттә, сөнки демократияның төп принцибы тап һайлау бит.

Һайлауға бәйле мәсьәләләрҙе артабан социолог, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов менән ҡарайбыҙ.

Фото №1 - Илен уйлаған — һайлауҙан ҡалмаған
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти