Яңы йылдан Рәсәй мәктәптәрендә үҙгәрештәр көтөлә. Дәүләт Думаһы башланғыс класс уҡыусыларының барыһы ла бушлай туҡланырға тейеш, тип иҫәпләй. Әле ошо мәсьәлә тикшерелә. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров туҡланыуҙан тыш, хәүефһеҙлек мәсьәләһен дә ситтә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. "Асыҡ студия"ла - ошолар тураһында.