Биш йылды — бишлегә!
Рәсүл Сәғитов:
— Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси йәһәттән ҙур, мөһим, тарихи көн бөгөн — республика башлығы вазифаһын йылға яҡын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың инаугурацияһы үтте. Һүҙлектәрҙә йәнәштә инавгурация тип тә бирелә, латин теленән алынған, дәүләт етәксеһенең йәки һайланыла торған башҡа кешеләрҙең вазифаһына тантаналы инеүе был. Сарала тап тантаналылыҡ хөкөм һөрҙө лә — быны тере оркестрҙың марш, гимндар уйнауы ла тыуҙырҙы һәм шәхсән беҙҙең эргәлә генә тормошҡа ашыуы тойғоно уғата көсәйтте, ә ант биреү үҙе — ысулы ла, йөкмәткеһе яҡлап та үҙе бер юғарылыҡ, әлбиттә.
Ошоға бәйле һөйләшеүҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов һәм Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән, эшләгән яҡташыбыҙ, ундағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов ҡатнаша.