Юлы барҙың йүне бар
Рәсүл Сәғитов:
— Эш йүнәлештәре, юлдары билдәләнеп кенә ҡалмаһын, юғары сифатлы, оҙаҡҡа етмәле, даими йүнәтеү талап итмәгән, ышаныслы юлдар һалынһын. Рәсәйҙең майҙан буйынса донъяла иң иркен дәүләт икәне билдәле, әлбиттә, климат бүлкәттәре яҡлап та, эйе, ҡатмарлы, ләкин замансалыҡ — яңыса фекерләү, алдынғы технологиялар ҡулланыу ҙа бит, һәм тормош шуларярҙамында уңыш ҡаҙанырға мөмкинлеген иҫбатлай ҙа килә.
Илдә юл мәсьәләһе бөгөн дәүләт үҫешенең алғы һыҙығында, юл төҙөү ике милли проектта теркәлгән, ә Президенттың 2018 йылғы май фармандары нигеҙендә барлыҡҡа килгән был етди документтарҙың үтәлеше ҡаты күҙәткелә, тимәк, яңы, юғары сифатлы кимәлгә сығырға өмөт бар. Һығымтаны төбәктәр башлыҡтары эшмәкәрлеге ошо яҡлап та баһаланғаны ла нығыта. Милли проекттарҙың 2024 йыл аҙағынаса эшләргә тейешлеге мәғлүм.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең «Хәүефһеҙ юлдар» проекты эшләй һәм беҙ уның Башҡортостан буйынса координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән әңгәмә башлайбыҙ.