3 тинлек шар ҙа бүләк иткәндәре юҡ....

Луганскийға 6-сы тапҡыр гуманитар йөк әҙерләйбеҙ, ҡушылырға саҡырабыҙ,- тигәнгә ойоштороусылар, күпселек халыҡтың сәсе үрә тора. Ә ниңә, беҙҙә мохтажлыҡ кисереүселәр аҙмы ни?! Ярҙам итегеҙ күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, осон-осҡа ялғаған пенсионерҙарға, ауыл кешеләренә! Ниңә ситкә ташырға, беҙҙә ас-яланғастар аҙмы ни?! ти улар.

Асыҡ студия
3 тинлек шар ҙа бүләк иткәндәре юҡ....
Асыҡ студия

Хайп һәм ысын изгелек, амбициялар һәм мәрхәмәтлек араһында сик ҡайҙа? Ошо темаға "Асыҡ студия"ла бәхәсле әңгәмә ҡорҙоҡ.

Зәки Әлибаев: күпме йәшәп үҙебеҙҙә йәшәгән мохтаждарға 3 тинлек шар бүләк иткәндәрен дә күргәнем юҡ. Балаларҙа ватансылыҡ тойғоһо юҡ түгел, ә йүнәлеш биреүесе юҡ. Кем ғәйепле? Беҙ ғәйепле.

Тимерйән Рәжәпов. Бында бөтә нәмә бар. Һәм беҙҙән бер кем дә бер нәмә һорамай. Һораһалар, оят та булыр ине. Бында һуғыш юҡ бит. Ә былай диванда ятып беҙҙе тәңҡитләүе еңел инде ул. Эшләмәй, түбәгә төкөрөп яталар, әгәр эшләһәләр, үҙҙәре лә һатып алырҙар ине.

Илүзә Ғәйнуллина: Һеҙ Донецкийҙа беҙҙе ҡаршы алған балаларҙың йөҙҙәрен, күҙҙәрен күрәһәгеҙ? Нисек шатланғандарын!

Тыңлаусы. Көйөргәҙенән шылтыратам. Беҙ ауыл ерендә, ирем менән икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Түбәгә төкөрөп ятмайбыҙ. 3 баланы илһөйәр итеп тәрбиәләйбеҙ. Бына беҙҙең төпкөл ауылға килеп ошо хәрбиҙәр ниңә геройҙар тураһында ниңә һөйләмәйҙәр? Һәм беҙгә был ойошманан бүләк килеп төшһә, бер ҙә юҡ тимәҫ инек. Оҙон-оҙаҡ шиғырҙар һөйләп, ҡыуанышып ҡаршы алыр инек.

Фото №1 - 3 тинлек шар ҙа бүләк иткәндәре юҡ....
Фото №2 - 3 тинлек шар ҙа бүләк иткәндәре юҡ....
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ