Берләшкән милләттәр ойошмаһы 25 ноябрҙе Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу менән көрәш көнө тип иғлан иткән. Ғаиләлә, йәмғиәттә гүзәл заттарҙы йәберләмәү, рәнйетмәү көнө. Көс ҡулланыу, йәберләү һәр ваҡыт булған. Шул иҫәптән ҡатындарҙы ғына түгел, ҡайһы саҡта ирҙәрҙе, балаларҙы йәберләү факттары ла осрап тора. Һөйөшөп ғаилә ҡорғас, һыйышып йәшәй алмау сәбәптәре? Ошолар тураһында һөйләшәбеҙ. “Асыҡ студия”ла “Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге мөдире Венера Ғафарова менән психолог Фәнзирә Рысаева.