Башҡортостанда 2016 йылдан 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгән. Ул билдәле мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтереп ҡабул ителгәйне. Быйыл, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында, был датаны рәсмиләштереү башланғысы күтәрелде. Һәр хәлдә, хәҙер, йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө буласаҡ. Башҡорт теле, уны уҡытыу, ҡулланыу, өйрәнеү, һаҡлау тураһында бөгөнгө һөйләшеүебеҙ. “Асыҡ студия”ла шағир-мәғрифәтсе исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары - Стратегик тикшеренеүҙәр институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, профессор Луиза Сәмситова, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев.