Рәсәй президенты бөгөн сираттағы мөрәжәғәтнамәһе менән Федераль йыйылышҡа сыҡты. Рәсәй парламентының Юғары һәм Түбәнге палаталарына бындай мөрәжәғәтнамә ил конституцияһында билдәләнгән, 84-се статья менән беркетелгән. Дәүләт башлығы алдағы йылға төп стратегияны билдәләй, уға өлгәшеү бурыстарын ҡуя, юлдарын билдәләй. Йәғни илдәге хәлдәр, сәйәсәттең төп йүнәлештәре һүрәтләнә. Һәр мөрәжәғәттә илдең эске һәм тышҡы сәйәсәте ҡарала, аныҡ пландар ҡуйыла. Был юлы ла шулай булды. Форматына килгәндә, тышҡы сәйәсәттән айырмалы, халыҡ тормошон яҡшыртыуға иғтибар күберәк бүленде. “Асыҡ студия” эксперттары – философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов менән иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.