Ауылдар ҡаланан кәм булмаҫҡа тейеш. Йәғни, ауыл кешеләре лә, ҡаланыҡылар кеүек тигеҙ, матур, таҙа юлдарҙан, резина итек түгел, туфлиҙа йөрөргә тейеш. Бындай фекер бөгөн уйлап сығарылмаған. Уҙған быуатта, 60-70 йылдарҙа шундай бурыс ҡуйылған булған. Хәйер, күп урындарҙа ҡала тирәһендәге юлдар ҙа ауылдағы кеүек соҡор-саҡырлыға әйләнеп бара. Ҡайһы бер ауылдарҙа, киреһенсә, ялтлап ятҡан асфальт та осрай. Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә тишерелгән мәсьәләләр араһында юлдар, уларҙың торошо, хәүефһеҙлек, “Тыуған урам” программаһы үтәлеше лә булды. “Асыҡ студия” эксперты - “Башкиравтодор” йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Әмир Солтангәрәев менән - ошолар тураһында