Дәүләт биргән аҡсаға йөрө шәхси баҡсаға

Дәүләт биргән аҡсаға йөрө шәхси баҡсаға

Фото №1 - Дәүләт биргән аҡсаға йөрө шәхси баҡсаға

Рәсүл Сәғитов:

— Тапшырыу аҙнаның төп яңылыҡтарының береһе булған, хөкүмәттең дүшәмбеләге ултырышында киң ҡаралған мәсьәләгә арнала. Балалар баҡсаларына сиратты кәметеү буйынса Башҡортостанда, тәүҙә Стәрлетамаҡта, 2019 йылдың ноябрендә яңы программа эшләй башланы, уға ярашлы, дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаһында урыны булмаған ике айҙан өс йәшкәсә бала өсөн шәхси балалар баҡсаһына йөрөргә сертификат бирелә — бына шул ул. Хаҡы муниципаль кимәлгә тиңләштерелә, етмәгән 6 мең һум ҡаҙнанан түләнә.

Был аҙымға барырға кәрәк тә ине, сөнки Рәсәй президентының 2021 йылға илдә өс йәшкә тиклемге балаларҙы баҡсаларҙа урын менән тулыһынса тәьмин итеү бурысын ҡуйған фарманы бар. Үтәү өсөн республикала 2024 йылға 13 мең урынлыҡ 50 баҡса төҙөлә, әммә был да мәсьәләне хәл ҡылып бөтмәй.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Йыһангир Ишбаев менән ошо турала һөйләшәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии