Әбйәлил районы тамамланып, Баймаҡ сиген сыҡһаң, Өмөтбай тигән матур ауыл урынлашҡан...

Әбйәлил районы тамамланып, Баймаҡ сиген сыҡһаң, Өмөтбай тигән матур ауыл урынлашҡан. Унын исеме лә кешеләргә өмөт, ышаныс биргән кеүек. Ауыл электән дә әллә ни колхоз, совхоз тип йәшәмәгән. Өмөтбайҙа малтабарлыҡ һәләте булған үҙенсәлекле халыҡ йәшәй. Улар борондан да матур көн иткән, картуф үҫтереп, йәшелсә-емеш, мал үрсетеп һатҡан. Өмөтбайға килеүҙең сәбәбе был ғына түгел ине. Йылҡы йылын ҡаршылаған көндәрҙә бер ғаилә ҡарҙан ат һынын кәүҙәләндергән тигән яңылыҡ хатта Өфөләге ҡәләмдәштәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Ул ат, ҙурмы бәләкәйме. нисек яһалған тигән һорауҙар бер бер артлы яуып торҙо. ҡайҙа булмаһа, Өмөтбайға елдереп барып ҡайтайыҡ тип ниәтләп сығып киткән мәл. Алыҫ шул ауыл, район үҙәгенән 80 саҡрымдарҙа ята. Ләкин өмөтлө ауыл, ундағы ваҡиғаларҙың күплеге, кешеләрҙең алсаҡлығы журналист халҡын табышһыҙ итмәйәсәген белгәс, көр генә барып төшәбеҙ Өмөтбайға. Бер тигеҙ булып теҙелгән зауыҡлы йорттар - ауылдың йөҙө. Әле йәй осоронда ғына өмөтбайҙар «һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамын уҙғарғайны. Ниһайәт,  Айбулат һәм Танһылыу Ғайсиндар йорто алдына килеп туҡтайбыҙ. Беҙҙе хәс тә кашауай санаһын, атын йорт алдына ҡалдырып инеп киткән хужа ҡаршылай кеүек. Был мөһабәт скульптура тере һымаҡ, тик барып тотоп ҡараһаң ғына уның боҙҙан, ҡарҙан яһалыуы күренә.

Атайсал
Әбйәлил районы тамамланып, Баймаҡ сиген сыҡһаң, Өмөтбай тигән матур ауыл урынлашҡан...
Атайсал

Танһылыу һәм Айбулат Ғайсиндар:

"Беҙ 6 йыл дауамында йыл һайын  Яңы йыл байрамдарына ҡарҙан төрлө һындар эшләп ултыртып ҡуябыҙ, Ҡарһылыу, Ҡышбабайҙарҙы. Ауыл халҡы һоҡланып ҡарап үтә. Быйыл тағыла  матурыраҡ килеп сыҡты, бигерәк тә  ат һыны .  

Беҙ балалар өсөн эшләйбеҙ йыл да, яңы йыл етһә,   дәртләнеп китәбеҙ. Клубта, мәктәптә байрам була бит инде. Беҙ үҙебеҙҙең эргәлә күрше-тирәне йыйып,  бергә самауырҙар ҡайнатып, күңелле байрам үткәрәбеҙ. Балаларҙы шиғыр һөйләтеп, йырлатып, үҙебеҙ ҙә сығып уйнайбыҙ, һырғалаҡта  шыуып төшәбеҙ. Кеше өҙөлгәне юҡ , иртәнән кискә тиклем килеп фотоға төшәләр.  Ауылдан, ситтән ҡалаларҙан да киләләр аттың өҫтөнә лә, санаһына ла менеп төшәләр. Быйыл тройкалар ектек үҙ көсөбөҙ менән, й күрше  егеттәр һәйбәт аттарын биреп торҙолар. Отличник,  ударник мәктәп балаларын алып йөрөнөк. Улар ҡыуандылар инде. Күршеләр ҙә әүҙем,  Хәнифә Вильданова еңгәй тиҙ генә күтәреп алып,  әйҙә шулай итәйек тип тора. Барыһы ла күңелле итеп тотоналар".

 

Ат менән сананы эшләүгә бер аҙна самаһы вакыт сарыф ителә. Унын макеты -  ысын сана табаны. Тик өҫтөнә ҡар тултырылып боҙ менән ҡатырыла. Кеше мөмкинлектәренең сиге юҡ, фантазияның эшкә еккәндә нимә генә килеп сыҡмай. тағы ла боҙ ҡаласығында ҡарҙан самауыр. Тәмләп сәй эскән әбей менән бабай, билдәле йәнһүрәт геройҙары, хатта Олимпиада уты‐ былар барыһы ла дәртле кешеләрҙең ижад фантазияһы, тормошҡа йәм өҫтәүе. Шунан һәр кем үҙ йорто алдында табын ҡора, самауырлап ҡайнар сәй сығара, тәмлекәстәр менән һыйлай. Ошо түгелме ни күңелле йәшәү. Уға өҫтәп Ғайсиндар ғаиләһе яҡшы уҡыған балаларҙы парлы аттарҙа ауыл буйлап сәйәхәт иттерә, бәләкәстәргә буләктәр тапшыра.

Был ғына түгел, Өмөтбайҙа кеше йәй буйы бәшмәк һатып 100 меңләп аҡса эшләй тиҙәр. Булыр булыр, ауылдың йүнселлеге хаҡында үрҙә телгә алғайнык инде. Ҡайҙан сыға, Өмөтбайҙан сыға. Бына шундай йүнсел ханымдарҙың береһе Асия апай Бүләкова атай олатайҙар ашамаған бәшмәкте үҙенең биш бармағы кеүек белә хәҙер.

 

Асия апай:

"Бәшмәктәрҙең күп төрөн беләм, йыям, үҙем ашайым, яратам. Ауылда тәүҙә Рәшит ағай Мәжитов менән Әминә еңгәй йыйалар ине. Беҙ  уларҙан ҡарап өйрәндек".

 

Баймаҡ ауылдарын хәҙер ағинәйҙәр клубы тота. Ниндәй сара үтмәһен,  унын башында ауылдың булдыҡлы инәйҙәре йөрөй. Был дөрөҫтөр, хәҙер күп кенә йәмәғәт ойошмалары, ҡоролтай ағзалары ошоға иғтибар итә башланы. Бөгөн байтаҡ ҡына мәсьәләләр буйынса ауыл башлығына ла, старостаға ла мөрәжәғәт итеп булмай. Уларҙың дәүләт бурыстары былай ҙа баштан ашҡан. Ләкин әүҙемдәр халык араһынан кәрәк. Кемдер кешеләрҙе тупларға, ойошторорға тейештер бит. Бына ағинәйҙәр клубының бер әүҙем ағзаһы, оҫта бәйләүсе Сәлимә Низамованың һөнәре лә бушҡа китмәгән. Ул урындағы китапхана янында оста ҡулдар түңәрәген алып бара. Бында иһә бәйләргә, сигергә яраткан, өйрәнергә теләгән ҡатын ҡыҙҙар ихлас йөрөй.

Баймаҡ - Өфөнән айырмалы рәүештә үҙенең айырым ипподромын тотҡан төбәктәрҙең береһе. Быйыл йылҡы йылында был база өр-яңынан төҙөкләндереләсәк. Бер яктан тамаша, икенсенән халҡыбыҙҙын боронғо кәсебе, өсөнсөнән ипподром урынлашҡан Ҡуянтау ауылының ҡаҙнаһына файҙаһы буласак. "Һәр хәлдә ниндәйҙер эште башлағанда оло ниәттәр менән тотонаһың бит",- ти район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиков.

Бына шулай, йылҡы йылында эшләнгән иң шәп скульптура Баймак районы ауылдарынын береһендә урынлашһа, төҙөкләндерелгән айырым ипподром да тап ошо төбәктән буласаҡ. Тик ятмайым, эш эшләйем, йүн сығарайым тигәндәрҙең тормошо, ҡайҙа ла шәп. Уны ыңғай яҡҡа тәгәрәтһәң, ул алға барырға ғына торған кеүек...

 

"Урал батыр" менән -Атайсалға
"Урал батыр" менән -Атайсалға
Атайсал
Атайсал
Атайсал
Атайсал
Атайсал
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ