1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап Баймаҡ районының йәш комсомолдары “Баймаҡ-Өфө” маршруты буйынса саңғы уҙышы ойоштора. Теүәл ҡырҡ йыл үткәс яҡташтары йәнә шул маршрутты ҡабатлай. Сара Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар менән Гөлнур Ишбулатова осрашты.