Ауыл ерендә колхоз-совхоздар күптән бөтөрөлдө. Шуға күрә ауыл яҙмышы, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү - ауыл хакимиәте иңенә төшә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәр тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә уларға йөкмәтелгән, ҡыҫҡаһы - халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар. Иҡтисади хәле ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, халыҡ ауыл киләсәген һаҡлау өсөн тырыша. Беҙ иһә республикабыҙ төбәктәренен яҡтырта киләбеҙ. Был юлы төрлө милләт вәкилдәре бер ғаилә кеүек көн иткән Шаран районы тормошо, яҡын киләсәккә уй-ниәттәре менән танышырбыҙ.