Нуриман районы Яңы Күл ауылы

Республиканың йәнә бер гүзәл төбәгендә - Нуриман районы Яңы күл ауылында булып ҡайттыҡ. Тәү ҡарауҙан заманса, төҙөк йорт-ҡуралар, урамдарҙағы тәртип иғтибарҙы йәлеп итте. Ә инде ауыл халҡы менән аралашҡанда ауылдың ысын йөҙө тағы ла нығыраҡ асылды. Ауылдың киләсәге унда мәктәп булыу-булмауға туранан-тура бәйле. Был йәһәттән, Яңы күл халҡына борсолаһы түгел. Ауылда 2005 йылда ғына яңынан ике ҡатлы, ҙур мәктәп һалынған. Йыл да беренсе синыфка 15-20 уҡыусы килә. Яңы күл ауыл биләмәһендә 11 милләт вәкилдәре дуҫ-татыу ғүмер кисерә. Уларҙың барыһын да тыуған еренә ҡарата һөйөү, уны матурайтыу һәм һаҡлау теләге берләштерә.

Ишембай районы Һайран ауылы тормошо.
Атайсал
Дәүләкән районының фермер хужалыҡтары.
Атайсал
Краснокама районы Ҡуян ауыл биләмәһе
Атайсал
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии