Һәр төбәктә үҙ уңғандары, йүнсел кешеләре, эште ойоштороуға, халыҡты артынан эйәртеү оҫталығына эйә булғандар бар. Дыуан районында тарҡалыу сигенә еткән күмәк хужалыҡтарҙы берләштереп, яңы ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлөүе Таһир Зарипов менән бәйле. Ул етәкселек иткән “Уралтау” яуаплылылығы сикләнгән ойошма республикала ауыл хужалығы тармағында иң алдынғылар иҫәбендә, ер эшкәртеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу менән дә билдәле.