Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостандың да төбәктәре тигеҙ үҫешмәй. Совет заманына хас был күренеш, үкенесекә күрә, әлегәсә һаҡлана. Әлбиттә, уның объектив һәм субъектив сәбәптәре күп төрлө: тарихи шарттар, географик урынлашыу, тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре; шулай уҡ сәйәсәт һәм конъюнктураға бәйле ҡараштың да йоғонтоһон инҡар итеп булмаҫ. Социаль һәм иҡисади йәһәттән шундай төбәктәрҙең ҡеүәтен арттырыу маҡсатында республикала 2011 йылда махсус программалар ҡабул ителгәйне. Береһе – Урал аръяғын, икенсеһе төньяҡ-көнсығыш райондарҙың үҫешен күҙҙә тотто. Илдәге иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында ул программалар өлөшләтә генә атҡарыла. Шуға ике субтөбәкте үҫтереүгә тәғәйен программаларҙың 2020 йылға тиклем оҙайтылыуы урынлы. 7 декабрҙә Салауат районында үткән 1-се төбәк-ара форумға Көньяҡ-көнсығышты үҫтереүгә бәйле һорауҙар сығарылды.