Лағырға килеп тә, мәктәбен күрмәү яҙыҡ булыр ине. Ундай матур, яҡты, иркен, зауыҡлы мәктәптәр баш ҡалала ла һирәктер. 2001 йылда һалынған белем усағын Лағыр ауылының ҡото тип атай алырбыҙ.