Юлым Ауырғазы тарафтарына төшкәс, иң тәүҙә урындағы патриоттар менән танышыуҙы ниәт иттем. Беҙҙә әле кооперацияға тупланыу темаһы һуңғы ваҡытта ғына етди иғтибарға алынды. Ә ауырғазылар, райондың ул саҡтағы етәкселеге, 7-8 йыл элек үк ошондай проект өҫтөндә эш башлағайны. “Йәнле ауыл” тип атаны улар үҙ башланғыстарын. Ауылды йәнләндереүсе, йән өрөүсе, тимәк.