“Атайсал”да мең ырыуы тоҡомдары йәшәгән Сыбаҡай ауылына сәфәр ҡылырбыҙ. Меңдәрҙең Ҡыбау араһы төйәкләгән был ерҙәре Иглин районына ҡарай. Халыҡта мәҡәл бар. Бер сыбыҡты һындырып була, күпләп тотһаң, һындырыуы мөмкин түгел. Хәйер быны һеперткене бөгөп ҡараған һәр кем белә. Шуның кеүек, Сыбаҡай халҡы ла бер төптән йәшәргә тырыша. Ауыл ҙур түгел. "Берҙәмлектә - көс", тигән тәғлимәткә таянып, ауыл "Халыҡ башланғыстарына ярҙам программаһы"нда ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә Сыбаҡай юлдары тәртипкә килтерелә. Ауылда мәктәп, клуб, райпо кибете, гармун моңо бар, тимәк, ауыл йәшәй. Сыбаҡайҙар ҙа үҙ атайсалдарының яҡын киләсәктә юллы, эшле буласағына ышанып йәшәй. Төпкөл түгел бит, Иглин ҡасабаһына терәлеп тигәндәй тора. Ҡеүәтле Мең ырыуының Ҡыбау аймағы нәҫелдәре.