Дауаға бай Нуриман

Ерҙе һәр кем үҙ күҙлегенән күрә. Игенсегә ул бәрәкәтле тупраҡ, икмәк үҫтереү урыны. Малсы өсөн яҡшы сабынлыҡ йәки көтөүлек, йырсыға күкрәк киреп йырлар сәхнә. Туған еребеҙҙе, туған тупраҡты, урман- яландарыбыҙҙы дарыухана тип күрә белгәндәр ҙә бар арабыҙҙа. Ғәлинур ағай Сәлихов- тап ана шундайҙарҙан. Нуриман районы Иҫке күл ауылы уҙаманы инде тиҫтә ярым йыл дарыу үләндәре йыйыу, киптереү, тапшырыу менән шөғөлләнә. Тағы мөһим бер мәлде телгә алмай мөмкин түгел. Барыһын да ҡырып-һепереп алмай ул. Һәр квадрат метрға нисәлер үлән, тамырҙар ҡалдыра. Тоҡомо ҡоромаһын, сәскә атып үрсеһен өсөн. Атайсалын, тыуған ерен, тәбиғәтен яратҡан, уның байлығын һаҡсыл файҙалана белгән, киләсәк быуынды хәстәрәләгән уҙамандар, үҙ еренең ысын хужалары ғына ошолай эшләй.

Фото №1 - Дауаға бай Нуриман
Ишембай районы Һайран ауылы тормошо.
Атайсал
Дәүләкән районының фермер хужалыҡтары.
Атайсал
Краснокама районы Ҡуян ауыл биләмәһе
Атайсал
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии