Эҙәрмәндәр

    Илһөйәрлек  бөгөн милли идеяға әйләнергә  тейеш тигән   фекер  иң  юғары   даирәләрҙә әйтелһә лә,  ул төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлай, инҡар итеүселәр ҙә юҡ түгел.   Шулай  ҙа, илһөйәрлектең заманса    бер  сағылышын  Бөйөк Ватан һуғышы  тарихына  мөнәсәбәттә  күрергә мөмкин.   Ул тарих  китаптар һәм  кинолар аша   ғына түгел,  ә   ҡаты яуҙар  уҙған урындарға барып, ҡан ҡойошло бәрелештәрҙә баштарын һалғандарҙың  һөйәктәрен   эҙләп, исем-шәрифтәрен  билдәләүҙә лә   асыҡлана.  Хәҙерге ваҡытта эҙәрмәнлек хәрәкәте  күберәге йәмәғәтселек башланғысында илебеҙҙең  яу  ғәрәсәтен кисергән  төбәктәренән тыш, алыҫ тылда  ҡалған  тарафатарҙа  ла  йәйелдерелә.  Шул иҫәптән, Башҡортостанда ла. Бындай  эшмәкәрлектә  айырыуса   мәктәп  һәм урта һөнәри уҡыу йорттары уҡыусылары, студенттар әүҙем.  Йәш быуынды эҙәрмәнлеккә йәлеп итеү -  Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке  Бәпес һәм Бишбүләк районы Дим мәктәптәрендә  илһөйәрлек һәм  рухи-әхләҡи тәрбиә  алымдарының  береһе.  Ике  мәктәптән дә егет-ҡыҙҙар  Ленинград  өлкәһендә  экспедицияларҙа ҡатнашҡан. 

Ишембай районы Һайран ауылы тормошо.
Атайсал
Дәүләкән районының фермер хужалыҡтары.
Атайсал
Краснокама районы Ҡуян ауыл биләмәһе
Атайсал
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ