Республика буйлап сәфәрҙәрҙә йөрөгәндә, Белорет районындағы Ғәбдөк ауылында ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән осрашыу, аралашыу форсаты тейҙе. Ә улар кемдәр? Дөрөҫ – мәктәп уҡытыусылары. Ауыл яҙмышы, тәрбиә - барыһы ла улар ҡулында. Республикалағы күп, йөҙҙәрсә ауыл өсөн хас ошондай күренеш. Ағинәйҙәр, уҡытыусылар тырыштыра, концерт менән булһа ла ауылды алға алып барыу уларҙың ниәте. Ир-егеттәр ситтә эштә, кәсептә. Ә эскелек йәки сифатһыҙ араҡы менән сауҙаға килгәндә, һорау булмаһа, тәҡдим дә булмаҫ ине. Ошо турала уйларға кәрәк. Атайсалдың өмөтө һәм киләсәге шулай уйлай белгәндәр ҡулында. "Ауылыбыҙ киләсәктә юғалмаҫ, йәштәр араһында аңлы егеттәр күбәйҙе, оптимизмға тулы ерлек бар", -тине Ғәбдөк ағинәйҙәре лә осрашыу һуңында.