Һәр районға – үҙ баҫмаһы. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылында Ҡырмыҫҡалы районында ла үҙ газетаһына нигеҙ һалына. Рус телендә була ул, ә башҡорт телендә уҡырға теләгәндәргә уның дубляжы, йәғни, тәржемәһе менән мөрхәтһенергә ҡала. “Даирә” тип исемләнгән саф башҡорт газетаһын сығарыуға иһә 21-се быуаттың башында ғына өлгәшелә. Тамырҙары туҡһан йылға яҡын төпкә төшһә лә, иң йәш район баҫмаһы тип тә иҫәпләй алабыҙ “Даирә”не. Район газетаһы – урындағы халыҡ тормошон, ауылдар көнитмешен иң тәрәндән яҡтыртыусы ла, проблемаларҙың айышына ябай тел менән төшөндөрөүсе лә.