Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәгән һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровты кемдәр генә белмәй икән. 3D форматында эшләгән авторҙың картиналарын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Шундай билдәлелек яулап та ул ауыл ерендә йәшәгән ижад кешеһе.