Халҡыбыҙға Жәлил Киекбаев, Мәжит Ғафури,Нияз Мәжитов кеүек шәхестәрҙе бүләк иткән яҡтарға юл төшкәндә, урамда скандинавса йөрөүселәрҙе осратып, ошо турала ҡыҙыҡһындыҡ. Таныштырҙылар. Был эште оло йәштәгеләргә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе “Изгелек шишмәһе” йәмғиәте башҡарған икән. “Хәрәкәттә- бәрәкәт” президент грантына проектта ҡатнашып, оло кешеләрҙең ялын ойоштороу эшен яйға һалғандар...Социаль өлкә һәм эшҡыуарлыҡ. Бер ҡалыпҡа һалып булмағандай. Тәү ҡарауға ғына шулай, баҡтиһәң. Изге эштәрҙе лә тәғәйен тарифтар аша башҡарырға мөмкин. Район буйынса 700 самаһы өлкән кеше файҙалана үҙәктең хеҙмәттәре менән.