"Атайсал" был юлы Игенйылға тарафтарына алып барыр. Ғафури районындағы был ауыл 18 быуат урталарында ҙурҙарҙан иҫәпләнгән. Совет йылдарында ла миллионлы колхоз Республикала танылыу ала. Бөгөн иһә ауыл кесерәйеп ҡалған һымаҡ. "Эш урындары асырға, йәштәребеҙҙе ауылдарҙа алып ҡалырға, исеменә есемен тура килтереп, иген үҫтерергә ине", - тип теләй ауыл ағинәйҙәре. Үҙҙәренең иһә ауылға моңдар ҡайтарырға тырышып ятҡан көндәре.