Йәрмәкәйгә төштө юлыбыҙ. Сәфәребеҙ Юбилей йылында төбәктәрҙә башҡарылғандар менән танышыу ине. Сөнки Республика кимәлендә 100 объект, 100 шәхес, башҡа йөҙҙәр тураһында киң билдәле, һөйләйбеҙ, күрһәтәбеҙ. Һәр район, һәр ауылдың да үҙ ғорурлығы, йөҙҙәрсә генә түгел, меңдәрсә лайыҡлы шәхестәре лә бар бит. Хеҙмәт ветераны Рәсим Садыҡов, алдынғы уҡытыусы Гүзәл Ғәлиуллина, моңдар батшаһы Рәмис Ғәбиҙуллин, районын һәр яҡлап күтәреү-күрһәтеүҙе маҡсат итеп алған Ынйы Шафиҡова... Тик улар үҙҙәрен ябайҙар рәтенә ҡуя, тыйнаҡлыҡ күрһәтә, ә башҡалар тураһында һөйләргә ярата, башҡаларҙы миҫал итеп ҡуя. "Атайсал" - Йәрмәкәй ерендә.