Шундай заманда йәшәйбеҙ – аҡсаһыҙ бер эш тә башҡарып булмай. Хатта йыйылған сүп-сарыңдан да хәҙер түләп кенә ҡотола алаһың. Ҡала халҡы өсөн ул яңылыҡ түгел – урналар электән дә булды. Халыҡ квитанцияһында яҙылғанын түләп, сүбен полигонға оҙатыуҙы яңылыҡ тип ҡабул итмәй. Ауылдарға иһә был хәл быйыл ғына килеп етте. Ярай ҙа, алдан әйтелгәнсә, артыҡ күп хаҡ һорамайҙар. Ауылдарҙа кеше башына 35 һумға барып баҫа. Халыҡ ниндәй кәйеф менән ҡаршыланы был яңылыҡты? Барыһы ла сүп-сар реформаһына әҙерме? Бөрө районына сәфәр барышында Үгеҙ ауылына һуғылып, ошолар тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.