Ҡыпсаҡтар әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ, уңғаныраҡ булыуы менән айырыла. Уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырылғанын көтөп ятмай, тормош-көнитмештәрен бынамын итеп ҡороп йәшәйҙәр. Төпкөл тигән һүҙ был осраҡта урындағы халыҡтың күңел торошон, холоҡ-фиғелен ҡылыҡһырламай, тик географик төшөнсәне белдерә.