Өршәк буйҙарына төштө юлым. Әҙәбиәтебеҙгә Рәшит Назаровты биргән, башҡорт көрәшселәре төйәге тип йөрөтөлгән Төрөмбәткә. Ауырғазы районындағы ауыл ул, Әлшәй менән Дәүләкәнгә сиктәш ята.
Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ауыл 18-се быуат урталарында барлыҡҡа килә ауыл. Мең ырыуы башҡорто Төрөмбәт Ырыҫҡолов нәҫелдәре төйәкләгән. Заманына күрә алдынғы ауылдарҙың береһе була. 1870-се йылдарҙа уҡ ауылда - мәктә