Благовар районы Күсербай ауылы биләмәһе. Эреле-ваҡлы 14 ауыл ҡарай биләмәгә. Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой, бер ауылда һыу проблемаһы хәл ителһә, икенсеһендә юлдарҙы ипкә килтереү бурысы тора, өсөнсөһө Фельдшер-акушер пункты өсөн яңы бина кәрәклеген белдерә, дүртенсеһе район үҙәге менән бәйләнеш һорай- автобус талап итә, һәм башҡалар, һәм башҡалар. Оло өйгә ни кәрәк – кесеһенә шул кәрәк, тигән әйтем бик урынлы бында. Һәр хәлдә, Атайсалын матур, бай, етеш тормошта күрергә теләй һәр кем, уға өлгәшеү юлдарын да һәр кем үҙенсә билдәләй.