Өфөнөң Мәжит Ғафури урамындағы Телеүҙәк бинаһына күптәр һоҡланып ҡарай. Алыҫтан уҡ балҡып тора ул. Вышкаһы ғына ни тора!? Телеүҙәк мөһим, серле, үҙенсәлекле объект. Һәм күңелгә үтә лә яҡын урын. Бында атаым Ришат Миндияровтың эҙҙәре, тауышы һаҡлана. Яҡын кешем хаҡында матур һәм йылы хәтирәләр йөрөткән журналистар эшләй. Бөгөн мин бала саүгереп үткән коридорҙар буйлап атлармын. Атайымдың эш бүлмәһенә үтермен, тура эфир студияһына инермен. Атайым тураһында иҫтәлектәр туплармын һәм уларҙы һеҙгә тәҡдим итермен.
Атайым бар ғүмерен журналистикаға бахышланы. Ул Телеүҙәк һәм кшеләр араһында күпер һалды. Тапшырыуҙарында халыҡ тормошон яҡтыртты, уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашты. Ул имән кеүек ныҡ ине. Беҙ – яҡындары уны бәйгеләрҙә сапҡан ат менән сағыштыра алабыҙ. Тик ваҡытһыҙ арабыҙҙан котте. Әммә ул беҙгә өләшеп ҡалдырған күңел йылыһы йөрәктәребеҙҙә йәшәйәсәк, ауыр мәлдәрҙә көс бирәсәк.
Өфө уттары бик алыҫтан күренә. Мәжит Ғафури урамындағы Телеүҙәк бинаһы ла әллә ҡайҙан балҡып тора, үҙенә саҡыра. Бында атаым Ришат Миндияровтың эҙҙәре, тауышы һаҡлана. Фондта ул әҙерләгән тапшырыуҙар байтаҡ. Яҡын кешем хаҡында күңелдәрендә матур һәм йылы хәтирәләр йөрөткән журналистар эшләй. Иҫтәлектәр иһә мәңгелек...