Эй, кешеләр, мин бит бары һеҙҙе
Йөрәгемдән артыҡ яраттым...
Йырҙарымды, таң нурына төрөп,
Доға итеп һеҙгә тараттым...
Тапшырыуҙа Ринат Хәйриҙең яҡташтары - Рәсүл Хәбибуллин, Хәлисә Рәжәпова, Рәсилә Басырова, Ғәлимә Ғәлиева, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Миңнуллин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, шағирҙың хәләл ефете Айһылыу Зәки ҡыҙы Хәйретдинова, күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, “Ағиҙел” журналының” бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов ҡатнаша.
Йәшендең йәшен һораным
Йәшен әйтмәне йәшен.
Ҡамсы шартлатты, йәнәһе
Өйөңә кереп йәшен.
Ә мин, бар тип тә белмәнем.
Йәш инем, йәшел инем...
Йәш булһам, йәшел булһам да,
Мин үҙем йәшен инем...
Тапшырыуҙы шағирҙың ҡыҙы Ләйсән Хәйретдинова алып бара.
Сценарий авторы – Зөһрә Арсаева.
Тауыш режиссеры - Гөлнур Моталлапова.
Хәбәрселәр: Ләйсән Ғәлина һәм Гүзәл Әлмөхәмәтова.
Программаны әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн “Илеш телевидениеһы” директоры Инсаф Исмәғилевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.